"Йыл уҡытыусыһы-2021"

Бөгөн "Торатау" конгресс-холында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.
Ейәнсура районынан Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбаева Клара Мырҙағәле ҡыҙы Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтайының “Ал да сәс нур халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булды.
Хөрмәтле Клара Мырҙағәле ҡыҙын, Ейәнсура районының мәғариф бүлеге, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары,коллегалар исеменән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ҙур уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, яҡшы, талантлы балалар, алдынғы ҡарашлы ата-әсәләр, хеҙмәтегеҙ емешле булһын, бәхетле, һау- сәләмәт эшләргә лә эшләргә яҙһын!!!