"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024"

20 декабрь Иҫәнғолдоң Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024" бәйгеһе үтте.Конкурсанттар асыҡ дәрестәр бирҙе, оҫталыҡ кластары күрһәтте. Конкурс йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле сара рәүешендә барҙы. Шулай итеп, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024" район конкурсы еңеүсеһе булып М. С. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһынан башланғыс кластар уҡытыусыһы Элмира Исакаева танылды.

На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных (согласие). Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.