#14декабрьБашҡорттелекөнө #УҡытыусыһәмОстазйылы

Милли мағариф буйынса ресурс үҙәге башланғысы менән йыл дауамында тиерлек үткәрелгән "Остаз" республика конкурсы ла тамамланды. Өфөлә @Уҡытыусы һәм остаз, Атайсалға изге ғәмәлдәр йылдарына арналған конкурстың финалында булып ҡайттыҡ.

Барлығы 7 муниципаль-ара зона, 56 команда, 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы. 14 декабрь Башкорт теле көнөндә Өфө балалар филармонияһында финалға сыҡҡан 9 команда майҙан тотто.

Саранан һуңғы кисерештәрҙе һүҙҙәр менән әйтеп еткереп булмай. Яңы алымдар, яңы тәьҫораттар. Яңы исемдәр. Тел һәм рухи байрам. Төрлө тарафтарҙан йыйылған тел һөйөүселәр.
 Конкурс һөҙөмтәләре буйынса башҡорт теле уҡытыусылары, туған тел буйынса методист, башҡорт төркөмөндә эшләүсе тәрбиәселәрҙән төҙөлгән "Арғымаҡ" командабыҙ «Ижади ҡараш һәм йөкмәткеле сығыш өсөн" БР Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы менән бүләкләнде.

Районыбыҙҙың мәғариф бүлегенә команданы яҡшы ойоштороуы һәм әҙерләүе өсөн, конкурстағы һәр ҡатнашыусыға «Остаз” республика конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны, башҡорт телен һаҡлауға,үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының ректорынан Рәхмәт хаты тапшырылды.

Бөтәбеҙ ҙә илһам, көс, дәрт алып ҡайттыҡ был саранан!!! "Остаз" проектын ойоштороусыларға ихлас рәхмәт!

Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Айҙар ҡыҙы Иҙелбаеваға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методист Гөлназ Сулпан ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаға, беҙгә Өфөгә барып, шундай рухлы сарала ҡатнашырға мөмкинлек биргәндәре өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ!