Район мәҙәниәт йортонда Ейәнсура районы башҡорттары Ҡоролтайының сираттағы отчёт-һайлау конференцияһы үтте.

Район мәҙәниәт йортонда Ейәнсура районы башҡорттары Ҡоролтайының сираттағы отчёт-һайлау конференцияһы үтте.
*Фойела ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Милли биҙәүестәр, милли кейемдәр, балаҫ һуғыу оҫталары үҙ эштәре менән уртаҡлашты. Халҡыбыҙҙың милли ризығы - талҡанда булды. Милли асылыбыҙҙы күрһәтеүсе был күргәҙмә бай һәм йөкмәткеле булыуы менән барыһын да әсир итте.
**Сараға ике йөҙгә яҡын делегат йыйылды. Улар араһында - йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре булды.
***Ултырышта район Хакимиәте башлығы Дамин Марат улы Юланов, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Ғәзизов Марат Әсхәт улы,
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенең аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса беренсе урынбаҫары, депутат Рәил Рамаҙан улы Әбдрәхимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Урал-аръяғы райондары кураторы Рәхмәтуллин Хәлил Юлай улы ҡатнашты.
****Ултырышты район Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Байрас Канчурин алып барҙы. Ул һуңғы биш йылда район ҡоролтайы тарафынан эшләнгән эштәргә, үткәрелгән сараларға һәм әлеге көндә хәл ителәһе мәсьәләләргә туҡталды.
*****Ултырыштың мөһим мәсьәләләре: башҡарма комитетҡа яңы ағзалар һәм Өфө ҡалаһында үтәсәк VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезына делегаттар һайланды.

На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных (согласие). Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.